Понедельник, 29.04.2024, 11:25
Приветствую Вас Гость | RSS

Официальный сайт МБОУ СОШ села Озерный
          МР Учалинский район РБ

Меню сайта
Статистика

Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0

Главная » 2015 » Февраль » 17 » 15 февраль
09:48
15 февраль

   Дары еҫе түгел, икмәк еҫе

кинәндерһен гелән ер йөҙөн!

   15 февралдә Совет хәрби көстәрен Афғанистандан алып сыҡҡанға 26 йыл тулды. Шул айҡанлы, 16 февраль Баттал ауылы мәктәбендә мәктәп китапханасыһы Суфиянова Рәмзиә Наил ҡыҙы "Афғанистан ...һүҙенән йөрәгем һыҡтай" исемле бик матур кисә үткәрҙе.

 

 

    Кисәгә Афғанистанда хеҙмәт итеп ҡайтҡан Таһиров Фәнис Әнүәр улы, Солтанов Самат Зиннәт улы һәм һуғыш яланында батырҙарса һәләк булған Бирғәлин Илгиз Ғилман улының атаһы Ғилман Ғайнан улы саҡырылды. Сара  уҡыусыларҙың шиғыр ятлауынан һәм презентация күрһәтеүҙән башланды.

 

Килгән ҡунаҡтар уҡыусыларға үҙҙәренең хеҙмәт юлы  тураһында бәйән итте.

 

       Артабан һүҙҙе егерме йәше лә тулмаған, үҙенең нәҫелен дә ҡалдырырға өлгөрмәгән, һәләк булғандан һуң Ҡыҙыл йондоҙ ордены менән наградланған Бирғәлин Илгиз Ғилман улының иҫтәлегенә бер минутлыҡ тынлыҡ урынлашты һәм атаһына һүҙ бирелде.

 

 Ғилман Ғайнан улы үҙенең Афғанистанға нисек барып, улы менән осрашыуын һөйләне. Өйөнә яҙған хаттары уҡылды.

 

Илгиз Ғилман улы уҡып, урта белем алған Баттал мәктәбендә, яугир яҡташыбыҙға арнап йыл һайын саңғы ярыштары ойошторола. Яугир иҫтәлегенә таҡтаташ та асылған. Үҙе арабыҙҙа булмаһа ла, беҙ уны иҫкә алабыҙ, хөрмәт итәбеҙ. Тыуған ил алдында изге бурысын утәп һәләк булған яугирыбыҙ онотолорға тейеш түгел.Кисәнең аҙағында килгән ҡунаҡтарға концерт номерҙары күрһәтелде. 

 

 

Просмотров: 382 | Добавил: Yulchik | Рейтинг: 5.0/1
Всего комментариев: 0
Имя *:
Email *:
Код *:
Форма входа
Поиск
Календарь
«  Февраль 2015  »
ПнВтСрЧтПтСбВс
      1
2345678
9101112131415
16171819202122
232425262728

Copyright MyCorp © 2024
Бесплатный конструктор сайтов - uCoz