Четверг, 02.05.2024, 22:45
Приветствую Вас Гость | RSS

Официальный сайт МБОУ СОШ села Озерный
          МР Учалинский район РБ

Меню сайта
Статистика

Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0

Главная » 2015 » Март » 10 » 28 февраль
08:05
28 февраль

« Аямаған йәнен, түккән ҡанын
Һис бирмәгән башҡорт Уралын  »

     Был йыр юлдарында ни тиклем оло мәғәнә ята.Ҡанын түгеп, йәнен биреп ил – йортон ҡурсалаған беҙҙең олатай – бабайҙар.Бөгөн илһөйәрлек, ватансылыҡ, яугирлек кеүек төшөнсәләр ниндәй кимәлдә һуң?  Әлбиттә, « заман башҡа- заң башҡа » тигәндәй мәктәптә хәрби – патриотик темаға арналған саралар үткәрелеп, төрлө – төрлө формала камиллашып – традицияға әүерелгән.Элекке “Зарница”уйындары бер аҙ онотолһа ла саралар мемориаль таҡтаташ асылыу, веноктар һалып афған һуғышы ветерандары иҫтәлегенә кубоктар булдырып, хәрби әҙерлек кимәлдәрен тикшереп конкурстар, фестивалдәр үткәреү кеүек эштәр менән байыта.
    Озерный мәктәбендә был эш бик юғары кимәлдә башҡарыла.  Яугир – интернационалист, уҡыусыбыҙ Бирғәлин Илгиз Ғилман улының иҫтәлегенә  арналған ярышта  Белорет лицей- интернаты, Ахун, Бөйҙө, Миндәк, Килмәк, Наурыҙ, Мәҫкәү, Уральск мәктәптәренән килгән командалар   көс һынашты. Сараны ДОССАФ мәктәбенән харби Камаз машиналары колоннаһы йәнләндереп ебәрә, мәртәбәһен күтәрә.

  Сараның төп  ҡунағы – яугир егеттәребеҙ, Афған ерендә башын һалған Бирғәлин Илгиздең атаһы Ғилман ағай, Учалы ҡалаһының автомәктәп етәксеһе Максим Анатольевич Слынко, ДОССАФ рәйесе – Муниров Рөстәм Валериевич, Учалы районы хәрби хәрәкәттәр ветерандары союзы рәйесе    Рәйес Роберт улы Ҡасымов .

       Ярышта икенсе урын алған Ахун, өсөнсө урын алған Бөйҙө мәктәптәренең егеттәре һәм ҡыҙҙары, Белорет лицей- интернатының командалары яҡшы күрһәткестәргә ирештеләр, шәхсе һәм команда беренселеген өс йыл рәттән хужалар яулай. Яҡшы егеттәр һәм ҡыҙҙар әҙерләгән команда етәкселәренә Рәхмәт хаттары,бүләктәр тапшырылды. Сарала ҡатнашҡан уҡыусыларға, үткәреүсе етәкселәргә, матди ярҙам итеүселәргә оло рәхмәт һәм  афарин тиергә генә ҡала.

 

 

Просмотров: 394 | Добавил: Динара | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Имя *:
Email *:
Код *:
Форма входа
Поиск
Календарь
«  Март 2015  »
ПнВтСрЧтПтСбВс
      1
2345678
9101112131415
16171819202122
23242526272829
3031

Copyright MyCorp © 2024
Бесплатный конструктор сайтов - uCoz