Понедельник, 29.04.2024, 13:24
Приветствую Вас Гость | RSS

Официальный сайт МБОУ СОШ села Озерный
          МР Учалинский район РБ

Меню сайта
Статистика

Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0

Главная » 2015 » Февраль » 17 » Шиғриәт кисәһе
06:22
Шиғриәт кисәһе

5 февраль Озерный урта мәктәбендә шағир, яҙыусы, сәсән,ҡурайсы,Муса Мортазин һәм Фәтих Кәрим исемендәге премиялар лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт  эшмәкәре, төрлө жанрҙағы ике тиҫтәнән ашыу  китап авторы, яҡташыбыҙ Мәүлит ағай  Ямалетдинов менән  осрашыу кисәһе үтте.

Кисәне мәктәп директоры Раят Килдебай улы асып, Әҙәбиәт йылына старт бирҙе

 

         Уҡыусылар М.Ямалетдиновтың шиғырҙарын                яттан һөйләнеләр.

Шиғыр менән һаташа башлауым әлеге лә баяғы йыр, ҡурайға мөккибән китеп йөрөгән үҫмер саҡҡа тура килде.Дауырғыған күңелдә ниндәйҙер хистәр урғыла, береһенән – береһе татлы хыялдар баҫа, диуана йөрәк ҡайҙалыр ашҡына. Шиғырҙы уҡыуы рәхәт булһа ла, яҙыуы шаҡтай ҡыйын, михнәтле эш булып сыҡты. Ижад эшенә ҡарағанда утын бысыу йөҙ тапҡыр еңелерәктер,- ти Мәүлит ағай.

 

Тамашасылар һорауына Мәүлит ағай ихлас яуап бирҙе.

 

Бар булмышын ижадҡа арнаған, кәрәк икән  ҡурайында ла  уйнаған , моңло тауышы менән күңелдәрҙе арбаған күп ҡырлы талант эйәһе Мәүлит ағай өҙҙөрөп ҡурайҙа уйнаны.
 

Раят Килдебай улы М.Ямалетдиновтың «Ҡыҙылтүш » шиғырын яттан һөйләп, ҡунаҡты ҡыуандырҙы.

 

Кисәгә ветеран- уҡытыусы Рамазанов Ишмөхәмәт Илһам улы үҙенең күстәнәс – шиғырын алып килгән.


 

Байрамды «Оҙонкүл »бейеү  ансамбле биҙәне

 

Хөрмәтле ҡунағыбыҙҙы тыуған көнө менән ҡотлап
Айбулат Әһлеев йыр бүләк итте.

 

Иҫтәлеккә фото

 

 

 

 

 


 

 

 

 

 

 

 

 


 

 

 

Просмотров: 916 | Добавил: Динара | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Имя *:
Email *:
Код *:
Форма входа
Поиск
Календарь
«  Февраль 2015  »
ПнВтСрЧтПтСбВс
      1
2345678
9101112131415
16171819202122
232425262728

Copyright MyCorp © 2024
Бесплатный конструктор сайтов - uCoz